Версия для слабовидящих
Подписка RSS
Карта сайта
Войти на сайт
Главная > БДАУ тураһында


Башҡорт дәүләт аграр университеты бөгөнө көндә Рәсәйҙә беренселәрҙән барыусы ауыл хужалығы юғары уҡыу йорто булып тора. Ул ауылдар өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүсе, билдәле ғилми мәктәптәрҙе биләүсе, юғары квалификациялы уҡытыусылары булған замандаш технологиялы һәм мәғлүмәт нигеҙле юғары уҡыу йорто булып тора. Университет ил кимәлендә ауыл хужалығы вуздарының алдынғыһы, аграр фәне һәм белем биреү үҙәге. Һәр йылдағы юғары уҡыу йорто мониторингы һөҙөмтәһен күҙәткәндә, ул илдең 59 ауыл хужалығы вуздары араһынан һигеҙенсе - ун икенсе урындарҙы биләй. Вуз традицион сифатлы белгестәр әҙерләүе һәм уларҙың талап ителеүе менән данлыҡлы.
Йылдар буйы эшмәкәрлегендә университет коллективы 47 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгес әҙерләп сығарған. Университеттың ғорурлығы булып уның тәрбиәләнеүселәре тора.

Университет составына 9 факультет, 33 кафедра, Сибай ҡалаһындағы Урал аръяғы филиалы, уҡытыу-методика идаралығы, тәрбиә эше буйынса идаралыҡ, китапхана, ғилми - тикшеренеү өлөшө, аспирантура һәм докторантура, ситтән тороп уҡыу бүлеге, өҫтәлмә профессиональ белем биреү үҙәге, мәғлүмәт үҙәге, эстетик тәрбиә биреү үҙәге, редакцион баҫтырып сығарыу бүлеге, уҡытыу-тәжрибә биреү хужалығы һәм башҡа структур бүлексәләр инә.

Университет үҙ эсенә Өфө ҡалаһында алты замандаш уҡыу лаборатория корпусын һәм берәүһен Сибай ҡалаһында биләп килә. Уҡыу лаборатор корпустарҙың дөйөм майҙаны 86 мең кв. м. алып тора. Бүлмәләрҙә капиталь ремонт, интерьер яңартыу булдырылған. Корпустар бер-береһе менән ер өҫтөнән үтеп йөрөү юлы менән тоташҡан. Университет территорияһында йүгереү юлы менән стадион һәм төрлө ярыштар өсөн спорт майҙаны урынлашҡан. Бөгөнгө көндә яңы спорт залы төҙөлгән, «Юбилейный» Мәҙәниәт һарайының фасады яңыртылған, йөҙөү комплексы төҙөлә.

Һуңғы йылдарҙа практик уҡытыу һәм тәжрибә эштәре бүлектәрен материаль-техник нигеҙҙә яңыртыу булдырылған. Шулай уҡ, замандаш машина-трактор паркы, ғилми агрономия лабораториялары, инновация лабораториялары, ғилми-уҡыу үҙәге, йылытмалар, уҡыу умарталыҡтары, складтар индерелгән, яңы тәжрибә баҫыулы ғилми етештереү базаһы тыуҙырылған һәм комплектлаштырылған. Яңыртылған нигеҙле корпус уҡыу фермаһында хайуан һәм ҡош ауыл хужалығы коллекция йыйыу һарайы эшләй.

Кафедраларҙың уҡыу лабораториялары төрлө ҡорамалдар менән яңыртылды. Бөгөнгө көндә уҡыу һәм ғилми процеста 200 махсус лаборатория эшләп килә. Улар уҡыу процесы менән бер рәттән ғилми эксперименттар һәм тәжрибәләр алып барыуҙа булышлыҡ итә.