Сведения об образовательной организации
Главная > Об университете > Медиагалерея

Һыуҙы таҙартыусы ҡоролма

Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары магнит ярҙамында һыуҙы таҙартыусы ҡоролма уйлап тапҡан. Николай Кавелин һәм тағы ла бер-нисә ғалим күп йылдар дауамында магнит яланын, һыуҙы “терегә” әйләндереү ысулын өйрәнгән.  Был үҙенсәлекле ҡулайламаны 80-се йылдарҙа уҡ, университет профессоры Рауил Алмаев уйлап таба. Ғалимдар төркөмө уны камиллаштырып, ҡатмарлы конструкция эшләгән.Үҙенсәлекле ҡоролманың киләсәктә ауыл хужалығында алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булыуында шикләнмәй ғалимдар. Сөнки уның ярҙамында уңышты ике тапҡырға арттырырға мөмкин. Тере һыуҙың мөмкинлектәре бихисап, ти ғалимдар.Магнит ҡыры аша үткән һыуҙың үҙенсәлеге яҡшыра, структураһы үҙгәрә. Ошондай шифалы һыу һибеп үҫтерелгән йәшелсә-емеш мул уңыш бирә.Тик уның менән дә артыҡ мауығырға ярамай ,ти ғалимдар.